Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль , 06:00

Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

✅«Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә интектергес ғазап, донъяла һәм әхирәттә. Аллаһ белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Нур» сүрәһе, 24: 19). ✅Шулай уҡ хәҙистә: «Аллаһтың ҡолдарын рәнйетмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәрен эҙләмәгеҙ. Кем мосолман ҡәрҙәшенең етешһеҙлеген табырға тырышһа, Аллаһ уның үҙенең етешһеҙлеген эҙләр һәм өйөнөң эсендә үк фашлап ҡуйыр» (Имам Әхмәт риүәйәт итте). ✅Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ, фани донъя ҡотҡоһона бирелеп, бер-беребеҙҙе рәнйетмәйек, изге уйҙа, ниәттә генә йәшәйек. ✅Һәр беребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ике донъя бәхете насип итһен, балаларыбыҙ, яҡын кешеләребеҙ гел генә ҡыуандырып торһон. Донъялар тынысланып, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ. Әмин!

Изге йома көнө мөбәрәк булһын!
Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

Фото: Т. Аманов

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас