Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 09:53

Төбәк журналистарының дөйөм етәксеһе матур юбилейын билдәләй

Бөгөн БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчевҡа 50 йәш тулды.

Төбәк журналистарының дөйөм етәксеһе матур юбилейын билдәләйТөбәк журналистарының дөйөм етәксеһе матур юбилейын билдәләй
Төбәк журналистарының дөйөм етәксеһе матур юбилейын билдәләй

Ул ведомствоны етәкләгән йылдарҙа республика мәғлүмәт саралары һанлы киңлектә аудиторияны ышаныслы киңәйтә, яңы майҙансыҡтар үҫтерә, федераль рейтингтарҙа позицияларын һаҡлай. Гәзит-журналдарыбыҙ яҙылыу күләме буйынса 2024 йылда илдең иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде.

Агентлыҡ йыл һайын республикалағы ҙур ваҡиғаларҙың мәғлүмәт кампанияларын ойошторған өсөн юғары баһа ала. Ә Башҡортостан китап нәшриәтенең милли секторы һатыу географияһын бөтә ил, хатта сит ил масштабына тиклем киңәйтте.

Агентлыҡ коллективы Максим Владимировичты юбилейы менән ҡотлай! Бындай етәксе ҡулында эшләү - аныҡ курсты күреү һәм ышаныслы тыл тойоу тигәнде аңлата.

Максим Владимирович, һеҙгә яңы бейеклектәр, текә проекттар һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас