

"Дәрестәрҙе тейешле әҙерлеге булған һәм, бик мөһим, хәрби хәрәкәттәр зонаһында БПЛА ҡулланыу тәжрибәһе булған офицерҙарыбыҙ үткәрә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфө фән һәм технологиялар ҡарамағындағы эргәһендәге хәрби уҡыу үҙәге етәксеһе, полковник Евгений Сотников. – Яҙын студенттар имтихан тапшырасаҡ, йәйен хәрби частарҙа уҡыу йыйылыштары үтәсәк, унда улар хәрби ант ҡабул итәсәк. Йыл ярым уҡығандан һуң улар хәрби-иҫәп һөнәрен аласаҡ.
Белем биреү программаһын үҙәк уҡытыусылары әҙерләгән. Ул БПЛА конструкцияһын, программалау нигеҙҙәрен, ҡулланыу тактикаһын өйрәнеүҙе һәм практик күнекмәләрҙе: дрондарҙы йыйыу, һүтеү, көйләү һәм оҙатыуҙы үҙ эсенә ала.
Фото: Т. АМАНОВ.