– «Тыуған яҡ йылыһы» акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләк итеп ,Әбеш ауылының «Йәнтөйәк» фольклор төркөмө апайҙары Земфира Исмәғилева – 7 пар , Рәйхана Сәйфуллина – 3 пар, Миңзәлә Мөхәмәтова – 2 пар, Айгөл Әминева 4 пар йылы ойоҡбаштар бәйләп тапшырҙы. Ә Фәниә апай Заһиҙуллина батыр яугир ҡыҙҙарыбыҙға байрам бүләге итеп именләп 4 пар ырғаҡ менән бәйләнгән ойоҡбаш килтерҙе. Ҙур рәхмәт! Бүләктәр тәғәйен еренә барып етеп, беҙҙең изге теләктәребеҙҙе еткерһен, егеттәргә, ҡыҙҙарға күңел йылыбыҙҙы өләшһен! – тип хәбәр итә Хәйбулла районының Оло Әбеш мәҙәниәт йорто үҙ сәхифәһендә.
Фото: Т. АМАНОв.