

Светлый» БПЛА операторы вазифаһында Алмаз Сафин исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Махсус операцияла ҡатнашыусының әйтеүенсә, Башҡортостанда етештерелгән дрондар осоу алыҫлығы, ауыр йөктәрҙе күтәреүе менән айырыла, был уларҙы ҡулланыу даирәһен ярайһы уҡ киңәйтә.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә радиоэлектрон көрәш системаларын үҫтереү, уны асыҡлау һәм баҫтырыу темаһына айырым туҡталғайны. Ул разведка һәм эләктергес дрондарҙы эшкәртеү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала тип билдәләне. «Һуңғы ике йылда махсус хәрби операция биләмәһенә барлығы 10 меңдән ашыу дрон оҙатылған. Быйыл 20-нән ашыу резидент-компанияны берләштереү, пилотһыҙ аппараттар һәм уларҙың компоненттарын сығарыуҙы арттырыу өсөн төбәк ғилми-етештереү үҙәген асырға ниәтләйбеҙ. 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын тәьмин итеү күләмен 50 процентҡа арттырырға ҡушам», – тине Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.