ҺАҒЫНДЫРА ЙӘШЕЛ ЙӘЙҘӘР.
Ҡышҡы һалҡын селләләрҙә,
Һағындыра йәшел йәйҙәрем.
Һағындыра ҡыңғырау сәскәләре,
Еләктәрҙең һутлы тәмдәре.
Йыйған еләктәрем тырызымда,
Ҡосағымда сәскә бәйләме.
Ҡышҡы һалҡындарҙа һағынам да,
Йәйҙәремә ҡайтам әйләнеп.
Ҡоштар һайрауына ғашиҡ күңел,
Сер һөйләйҙәр зифа ҡайындар.
Сәскәләре ҡараштарҙы наҙлай,
Тыуған ерҙән гүзәл нимә бар?!
Килен булып төшкән ерҙәр яҡын,
Һағындыра барыбер тыуған яҡ.
Сит ерҙәрҙә солтан булғаныңса,
Үҙ ереңдә олтан булыр саҡ.
Үҙәктәргә үтһә ҡышҡы селлә,
Өшөттөрһә әгәр һалҡыны.
Күңелдәрҙе майҙай иретәлер,
Йәйге селләләрҙең ялҡыны.
Февраль ҡыштың һуңғы айы,
Күп ҡалманы йәшел йәйҙәргә.
Шиғыр юлдарынан мәрйен теҙҙем,
Тыуған яҡҡа ғашиҡ йәндәргә.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА
Юлай Кәримов фотоһы.