Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраля , 11:39

Үәт, афариндар! Сауабы насип булһын!

Нефтекама ҡалаһында эшләп килгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре яугирҙың әсәһенең ишек алдын «һә» тигәнсе ҡарҙан таҙартып та ҡуйҙы.

Үәт, афариндар! Сауабы насип булһын!Үәт, афариндар! Сауабы насип булһын!
Үәт, афариндар! Сауабы насип булһын!

Күпләп ҡар яуыуы ҡала халҡы өсөн, айырыуса шәхси секторҙа, еңел булмаған һынауға әйләнгәйне. Өйө эргәһен ҡарҙан таҙартыуҙы  һорап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе мөрәжәғәт иткәйне. Бер нисә сәғәттән ирекмән булып йөрөгән мәктәп уҡыусылары  килеп, уның бөтә йорт яны биләмәһен ҡарҙан  таҙартырға ярҙам итте. Әсә кеше бик шатланып, рәхмәтен әйтеп бөтә алманы.

«Йәшебеҙ һәм һаулығыбыҙ торошо арҡаһында йорт яны биләмәһендә ҡарҙы үҙ аллы таҙартыу бик ауыр. Беҙҙе онотмауҙарына бик шатбыҙ», — тип уртаҡлашты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе.

 

Фото: Т. АМАНОВ

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас