

2️Насар ғәмәлдәрҙән тыйылығыҙ. Рамаҙан — күңелде таҙартыу айы. Уйҙарығыҙҙы, эштәрегеҙҙе изгелеккә, ярҙамға йүнәлтеү сауаплы булыр.
3️Ашау күләмен кәметегеҙ. Был организм өсөн яҡшы әҙерлек һәм күнегеү.
4️Ғәҙәттәгенән иртәрәк ашағыҙ. Аш эшкәртеү системаһы ла ураҙаға өйрәнһен.
5️Аралаш ашап йөрөүҙө туҡтатығыҙ. Иртәнге–төшкө, төшкө–киске аш араһында ашамау файҙалы. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ мөһим.
6️Ҡәһүәнән баш тартығыҙ. Ул организмдағы һыуҙы кәметә, ә ураҙала һыу — бик мөһим ресурс.
7️Тәмәке тартыуҙы ташлағыҙ. Рамаҙанда ҡапыл ташлау өҫтәмә стресс булмаһын өсөн, был ғәҙәттән алдан уҡ тыйылыу яҡшы.
8️Йоҡо һәм ял — мотлаҡ. Арып ураҙа тота башлау ауыр булыуы ихтимал.
9️Алдан меню төҙөгөҙ. 1 айға кәрәкле аҙыҡ-түлекте әҙерләп ҡуйыу — ваҡытты ла, көстө лә һаҡлай.
10. Табип менән кәңәшләшегеҙ. Сәләмәтлек — аманат. Ураҙа зыян килтермәһен.
Хәҙис: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, — тигән». (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан)
Изге Рамаҙан айын ғибәҙәттә үткәрергә, үҙ асылыбыҙға ҡайтырға, Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешергә яҙһын. Амин.