Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 14:00

Ниһайәт, уҡытыусылар отчёт тапшырыуҙан азат ителәсәк

Башҡортостандың вице-премьеры балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырышында белдерҙе.

Ниһайәт, уҡытыусылар отчёт тапшырыуҙан азат ителәсәк
Ниһайәт, уҡытыусылар отчёт тапшырыуҙан азат ителәсәк

Унда үҫмерҙәрҙең һөжүменә бәйле һуңғы ваҡиғалар тикшерелде. Проблеманы хәл итеү сараларының береһе булараҡ, Урал Килсенбаев директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына йөкләмәне кәметергә тәҡдим итте, шул рәүешле педагогтар отчёт менән түгел, ә балалар менән күберәк шөғөлләнә аласаҡ. Уның һүҙҙәренсә, балаларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла психологик ярҙам кәрәк. Башҡортостандың психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Түлбаева белгестәрҙең педагогик коллективтарға консультация бирергә әҙер булыуын белдерҙе.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас