Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 17:19

Мин нисек үлмәй ҡалдым?

Төндә  газ еҫенә ағыуланып, аңымды юғалтҡанмын. 

Мин нисек үлмәй ҡалдым?
Мин нисек үлмәй ҡалдым?

Зыяратҡа ҡарап торғанымды күрәм, унда  - әсәй яғынан  бөтә мәрхүм туғандар, йә береһе, йә икенсеһе, йә өсөнсөһө, зыяратҡа юл юҡ, тиҙәр. Ундағы зыяратты бик асыҡ күрәм, ә юл юҡ, томан ғына.
Шунан аңыма килдем: баш әйләнә, ҡоҫҡом килә, күҙҙән йәш аға, көскә урамға сығып ултырҙым.
Унан яңынан йоҡлап китә башланым, күҙемде йомғайным ғына, кемдер башыма ҡаты итеп һуҡты.
«Унда юл юҡ, тип әйттек бит»,- тине.
Шулай ике тапҡыр ҡабатланды . Үлемдән шулай ҡалдым.

Донъяла  шундай хәлдәр ҙә була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас