Быйыл акция 200 посылка һәм 6 тонна йөк ташыуҙы күҙ уңында тота. Ҡатнашыусыларҙың уңайлылығы өсөн ике логистик маршрут тормошҡа ашырыласаҡ.
Беренсе маршрут (18-19 февраль) Учалы, Белорет, Асҡар, Сермән, Инйәр, Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама, Ағиҙелде һәм Мәскәүҙең һуңғы нөктәһен үҙ эсенә ала.
Икенсе маршрут (25-26 февраль) Сибай, Баймаҡ, Юлдыбай, Йылайыр, Иҫәнғол, Мораҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Талбазы, Шишмә, Языково, Бүздәк, Туймазыны үҙ эсенә ала һәм шулай уҡ Мәскәүҙә юлын тамамлай.
Акцияның төп маҡсаты — студенттар берләшмәһенә адреслы ярҙам күрһәтеү һәм тыуған яҡ менән мәҙәни-ғаилә бәйләнештәрен һаҡлау.
Икенсе этапта проекттың географияһы киңәйтелә: ике логистик маршрут файҙаланыла һәм Мәскәүҙә алты посылка биреү нөктәһе асыла. Акцияла ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк [clck.ru/3Rh8Vn] һәм проект өсөн булдырылған махсус каналға өҫтәлеүен көтөргә.
Беҙ Мәскәүҙә уҡыған барлыҡ Башҡортостан студенттарын Һәм аспиранттарын ошо уникаль мөмкинлектән файҙаланырға һәм тыуған яҡтың ярҙамын тойорға саҡырабыҙ!
"Йәшлек" гәзитен махта ла https://max.ru/yeshlek_gazite уҡығыҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.