Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 16:55

Халыҡ ижады – мәңгелек мираҫ!

Өфөлә БР Фәндәр академияһында филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Фәнүзә Нәҙершинаның 90 йәшенә һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған "Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә халыҡ ижады: барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө көнгә тиклем" халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”е үтте.

Халыҡ ижады – мәңгелек мираҫ!
Халыҡ ижады – мәңгелек мираҫ!

Был сарала юбилярҙың төрки фольклоры өлкәһендәге ғилми мираҫы, төрки әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.

Халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл” эшендә Рәсәй, Башҡортостан ғалимдары ҡатнашты. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан иленән, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан да сығыш яһаусылар булды.

БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова «түңәрәк өҫтәл»дең төп ойоштороусыһы, модераторы һәм алып барыусыһы булды.

Ҡатнашыусылар рус, башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә сығыш яһаны.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас