Бөгөн күптәр яһалма зиһен менән яҡшы таныш, уны уҡыуҙа ла, эштә лә, көнкүреш тормошта ла әүҙем ҡуллана. Беҙҙең бәйгегә, был өлкәлә эшләү һәләтегеҙҙе күрһәтеп, яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған видеояҙмалар ебәрергә кәрәк.
Видеояҙма эшләүҙә, тауышландырыуҙа, башҡортса шиғыр яҙҙырыуҙа, йырлатыуҙа, һүрәтте йәнләндереүҙә төрлө яһалма зиһен платформаларын ҡулланыу рөхсәт ителә. Видеояҙма оҙонлоғо - 1-1,5 минуттан ашмаһын. Миҫал өсөн эшләнгән видеояҙмаларҙа СhatGPT, Suno, Grok яһалма зиһендәре ҡулланылды.
Видеояҙмаларҙы 01041981gulnas@mail.ru электрон почтаһына йәки 8 927 312 1545 телефоны буйынса махҡа ебәрегеҙ. Улар гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәренә ҡуйыласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн гәзиттең махсус (МАХ) каналына https://max.ru/yeshlek_gazite яҙылыу мотлаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан - 20 февралдә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, ә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы — шөһрәтнамәләр көтә. Башҡорт телен бергәләп һаҡлайыҡ һәм үҫтерәйек! #Туғантелдәркөнө