

2025 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты аша Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 12,3 саҡрымында ремонт эштәре башҡарылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығынан. Быйылғы төҙөлөш миҙгелендә ошо трассаның тағы ла 6 саҡрымын төҙөкләндерергә кәрәк.
Юл халыҡ тығыҙ йәшәгән биләмәлә йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай, тип билдәләнеләр транспорт министрлығында. Стәрлетамаҡта 281 мең кеше йәшәй һәм тағы ла 80 меңдән ашыуы — Стәрлетамаҡ һәм Әлшәй райондарында. Ошо юлдан Стәрлетамаҡҡа йөрөйҙәр, шулай уҡ был Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһына сығыу юлы булып тора.