

Малай булһаң, их, малай бул,
Уйын, бәхәс ҡора бел.
Яҡшылыҡты яҡлағанда,
Үҙ һүҙеңдә тора бел.
Малай булһаң, малай бул,
Яманлыҡтан абай бул.
Дуҫ-ишеңә ябай бул,
Кескәйҙәргә ағай бул.
Шырҡылдашҡан тиҫтер ҡыҙҙар
Һоҡланып ҡараһындар.
Һиңә оҡшарға тырышып,
Сәстәрен тараһындар.
Олатайҙар һәр эшеңә
Ғорурланып торһондар.
«Малай саҡтарым ҡайҙа?» – тип
Һаҡал һыйпап ҡуйһындар.
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
Юлай Кәримов фотоһы.