Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 10:33

Беҙҙекеләр хажға, ғөмрәгә юллама менән бүләкләнде

«IQRA» халыҡ-ара китап уҡыу конкурсы быйыл  бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Уны йыл һайын Мәскәү мосолмандарының диниә назараты ойоштора, проекттың етәксеһе – назараттың рәйесе, мөфтөй Илдар хәҙрәт Әләүетдинов. Был конкурста Өфөнән, Ишембай ҡалаларынан ҡатнашыусылар төп приздарға лайыҡ булды.

Беҙҙекеләр хажға, ғөмрәгә юллама менән бүләкләнде
Беҙҙекеләр хажға, ғөмрәгә юллама менән бүләкләнде

– Быйыл конкурстың юбилей йылын билдәләйбеҙ. Ошо биш йыл эсендә 10 меңгә яҡын кеше теркәлеп, ҡатнашты.  Ҡатнашыусыларыбыҙҙың күбеһе –  Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан. Шуға беҙ ошо өс ҡалала имтихан, финал  үткәрәбеҙ. Был юлы беҙҙең өс төп еңеүсебеҙ ҙә – Башҡортостандан, шуға үҙебеҙ килеп, ҡотлау ойошторорға булдыҡ.

Беренсе, икенсе урындарға – хаж, өсөнсө урынға ғөмрә сәфәренә юллама бирәбеҙ. Финалға сыҡҡан 50 кешегә ҡиммәтле бүләк тапшырыла. Улар араһында төрлө техника, планшет, смартфон,  беҙҙән сувенир бүләктәр, китаптар, тәмлекәстәр ҙә бар. Бөтә финалға сығыусыларҙы бүләктәр  менән ҡыуандырырға, икенсе йыл да ҡатнашырға дәртләндерергә тырышабыҙ. Беҙҙең партнерҙарыбыҙ ҙа бик күп, улар ҙа беҙгә ярҙам итә.

Быйыл тест эшләү этабында 1 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Финалға 50 кешене сыҡҡайны, уларҙың барыһы ла еңеүсе тип һанала. Шуларҙың өсәүһе иң ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

Был конкурста ҡатнашыу өсөн беҙ тәғәйенләгән китаптарҙы уҡырға һәм уның буйынса онлайн-тест үтергә кәрәк. Икенсе турға тест һөҙөмтәһе яҡшы булғандар үтә, улар офлайн рәүештә яҙма имтихан тапшыра. Китап тәғәйенләгәндән һуң,  2-3  ай тирәһе әҙерләнергә ваҡыт бирелә. Һәр конкурс һайын иң төп конкурс китабы булып Ҡөрьәндең тәфсире һәм һәр йыл һайын яңы китап өҫтәлеп тора, – ти яҡташыбыҙ, Мәскәү мосолмандарының диниә назаратында саралар ойоштороу буйынса менеджеры Нәзифә Иҫәнбаева.

Еңеүселәрҙе, финалға сығыусыларҙы бүләкләү тантанаһы «Заман» ресторанында үтте. Өфө ҡалаһынан Зөлфиә Мәҡсүтова «IQRA» халыҡ-ара китап уҡыу конкурсының еңеүсеһе тип табылып, хажға юллама менән бүләкләнде.

Ишембай ҡалаһынан Зөһрә Саҡаева икенсе урынға лайыҡ булды, уға ла хажға юллама бүләк ителде.

– Элек-электән диндәбеҙ. Үҙем мәсеттә Ҡөрьән уҡыу дәрестәре алып барам, пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлы менән таныштырам. Ундағы төрлө сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. Иптәшем  дә вәғәздәр уҡып, дәрестәр үткәрә.

Беҙ башлағанда нисектер ҡыҙығып,  үҙебеҙҙең белемебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ тип кенә башлағайныҡ. Конкурста уҡырға тәҡдим ителгән китаптар шул ҡәҙәр төплө, эстәлекле. Улар диндән йыраҡ торғандарға ла аңлайышлы итеп яҙылған.  Мин үҙемдең коллега-уҡытыусыларыма ла тәҡдим итәм. Улар класс сәғәттәрендә балаларға дини китаптар уҡый.

Иптәшем менән дүртенсе йыл ҡатнашабыҙ. Өс йыл рәттән төбәк кимәлендә һәйбәт кенә урындар алдыҡ. Быйыл халыҡ-ара кимәлдә ҡатнашып, икенсе урынға сығып, хажға сертификат менән бүләкләндем. Конкурс бик оҡшай, урын алыуға бик шатбыҙ. Икенсе йылдарҙа ла ҡатнашырға дәртләнеп торабыҙ ин шәә Аллаһ, – ти Зөһрә апай.

Өсөнсө урынға Өфө ҡалаһынан Айгөл Айыуҡасова лайыҡ булды. Уға ғөмрә сәфәренә юллама тапшырылды.

Башҡа финалға сығыусыларға ла ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

Бүләкләү тантанаһынан һуң проект авторы Илдар хәҙрәт Әләүетдиновтың «Пророческие мудрости. Каждый день с пророком» тигән китабының исем туйы ла үтте. Унда 365 хәҙис индерелгән, һәр береһенә аңлатма биреп, аңлайышлы тел менән яҙылған, ул ябай китап уҡыусы  өсөн дә бик фәһемле буласаҡ.

– Элекке кеүек китап уҡыу онотолдо. Был китабым уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында яҙылды. Бер йылда – 365 көн, китапҡа ла 365 хәҙис индерелгән. Көн һайын бер хәҙис менән аңлатмаһын уҡығанда ла бер йылда был китапты уҡып бөтөп, күп мәғлүмәтле булаһың. Ундағы хәҙистәрҙе тормошта ла ҡулланығыҙ, – тине Илдар Рифат улы.

 

 

АВТОР фотолары.

 

 

 

 

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас