Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраля , 06:32

Фәнәзиә апай – Герой-әсә

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Фәнәзиә Таҡаловаға «Герой-әсә» исеме бирелгән. Бындай ҙур хөрмәткә әсә балаларҙы тәрбиәләү һәм ғаиләне нығытыуға һалынған хеҙмәте өсөн лайыҡ булған.

Фәнәзиә апай – Герой-әсәФәнәзиә апай – Герой-әсә
Фәнәзиә апай – Герой-әсә

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итеүенсә, Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы «Матрай» совхозында оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы булып эшләгән.  Ире Мир Ғәниулла улы менән ҙур, татыу ғаилә ҡороп, донъя көткән.

Абруйлы ағинәй ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Ул «Атайсал» проектының ойоштороусылары менән ауылда арт-объект ҡуйыуҙа ҡатнашҡан.

Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы ун балаға әсәй, егерме ике ейән-ейәнсәр һәм биш бүлә-бүләсәргә өләсәй. Аллаһ Тәғәлә уға оҙон һәм бәхетле ғүмер бирһен!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас