Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраля , 11:26

Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән ваҡытта нисек иҫән ҡалырға?

БПЛА һөжүм иткәндә  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәҡдим иткән кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән ваҡытта  нисек иҫән ҡалырға?Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән ваҡытта  нисек иҫән ҡалырға?
Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән ваҡытта нисек иҫән ҡалырға?

    1. Әгәр кеше бина эсендә икән, мөмкинлек булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифт менән файҙаланыу тыйыла, ул ҡаттар араһында туҡтап ҡалыуы ихтимал.

    2. Фатирҙа иһә терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табып, башлыса, ванна бүлмәһендә иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрә янына килергә ярамай.

    3. Урамда йөрөгән саҡта яҡындағы бинала, ер аҫты үткәүелендә йәки паркингта йәшенеү мөһим.

    4. Транспортта китеп барғанда тиҙ арала унан сығып, йәшенергә урын табырға кәрәк.

    5.  «Һөжүмдән һуң БПЛА йәки уның ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта бер нәмәгә лә теймәгеҙ һәм был урындан китеү яғын ҡарағыҙ.  Шунда уҡ 112-гә хәбәр итегеҙ. Операторға исем-шәрифегеҙҙе һәм пилотһыҙ аппарат табылған урынды әйтегеҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова