

– Икенсенән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль йәһәттән булышлыҡ итеү. Былтыр беҙ 12 яңы ярҙам сараһы өҫтәнек һәм барлығы 55 сара булды. Тормоштоң бөтә өлкәһенә лә ҡағыла. Үткән йылдың аҙағынан хәрби хәбәрселәргә лә шифахана-курорт дауаланыуы ҡаралған. Ике йылда ошо юҫыҡта бүленгән аҡсаны ике тапҡырға арттырҙыҡ. Республика Хөкүмәтенә был эште дауам итергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.