

Быйыл китапхана барлыҡҡа килеүгә 190 йыл була. Шул уңайҙан "Рәсәй. Башҡортостан" телеканалының тура эфирында китапхана хеҙмәткәрҙәре матбуғат вәкилдәре менән осрашты. Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, ғалим Флүр Сибәғәтов, бүлек мөдире Заһир Ишкинин был сараның спикерҙары булды. Юбилей йылында китапханаға арналған ҙур китап сығарыу, халыҡ-ара практик конференция уҙғарыу, конкурстар һәм төрлө сара үткәреү планға алынған. Киләһе аҙнанан Милли китапхана китап бүләк итеү Бөтә Рәсәй акцияһын башлай. Фото: асыҡ сығанаҡтан.