Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль , 08:45

Ҡар көрәйем!

ЮлайКәримовфотоһы

Ҡар көрәйем!Ҡар көрәйем!
Ҡар көрәйем!

Бар донъяны ап -аҡ ҡарға күмеп
Аяҡ баҫты ергә Яңы йыл.
Хәйерлегә юрап килер көндө
Мин үҙемә һалам яңы юл.
Ҡулдарыма алып оло көрәк
Туры итеп һалам юлымды,
Кем өсөндөр түгел үҙем өсөн
Мин эшләтәм аяҡ, ҡулымды.
Көтөп тормайым мин әҙер юлды
Кемдер эшләр тейеп, килерҙә.
Әкиәттәр өмөт итмәйем мин ,
Йәшәйем мин ғади, шул ерҙә.
Тик дөрөҫлөк ,хөкөм итмәй ,беләм
Кемдер сирле ,кемдер хәйләкәр
Алдаҡсылар ҙа бар ошо ерҙә ,
Әммә мөғжизәле, донъя, кешеләр.
Йомшаҡ ҡарҙы йырып юл һалыуы
Әйтерһең дә үҙе мөғжизә,
Яңы йылға һау сәләмәт булып
Килеп еттем миндә ,үҙемсә !
Ҡулда көрәк, йөрәктә көс булһын
Күңелдәрҙә булһын ышаныс,
Хәйерле гә юрап ҡар, буранды
Мул тормошта йәшәйек ,тыныс!
Туры юлды күрһәт Аллаһ үҙең,
Аҡыл, иман бирсе етерлек,
Ҡар көрәп юл һалып булмай, беләм
Ерҙә кешегә, ирекле көн итерлек !


Тәскирә Гареева.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас