Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля , 07:56

Яугирҙарға тиҙерәк шәбәйергә яҙһын!

Ғафури районында мәсет ҡарамағындағы кафела яраланып отпускыла булған яугирҙар менән осрашыу үтте.

Яугирҙарға тиҙерәк шәбәйергә яҙһын!Яугирҙарға тиҙерәк шәбәйергә яҙһын!
Яугирҙарға тиҙерәк шәбәйергә яҙһын!

Унда «Көтөүсе», «Йыртҡыс» ҡушаматлы яугирҙар һәм Сергей менән бик йылы аралашыу булды. Осрашыуға район хакимиәтенән, төрлө ойошмаларҙан да вәкилдәр, ағинәйҙәр ҙә  килгәйне.

Сара башында хәҙрәт донъя тыныслығы, яугирҙарҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләп, доға уҡыны. Унан  Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының эше тураһында мәғлүмәт бирелде, махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Ирекмәндәр, үҙ сиратында, яугирҙарға  тиҙерәк һауығыуын теләне.

«Ышаныслы тыл» хәрәкәтенең «көмөш ирекмәндәре» яугирҙарҙы  һаҡлау  өсөн үрелгән селтәрҙәр һаны, шулай уҡ уларҙың ниндәй ярҙам күрһәтеүҙәре хаҡында һөйләне. Гуманитар конвойҙар ойоштороу һәм үткәреү темаһы ла ҡуҙғатылды. Яугирҙарҙың һәр береһенә иғтибар һәм ярҙам билдәһе итеп бүләктәр ҙә тапшырылды.

Осрашыуға килгән һәр яугир махсус хәрби операциялағы хәрби юлы һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сара тәмле былау менән һыйланып, сәй эсеү менән тамамланды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас