Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля , 04:19

Уфалла! Кушнаренковола ҙур "ЧП"

Бында Таулы урамында ике ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығы ишелгән!

Добавить в предпочтительные источники Google
Уфалла! Кушнаренковола ҙур "ЧП"Уфалла! Кушнаренковола ҙур "ЧП"
Уфалла! Кушнаренковола ҙур "ЧП"

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса дүрт яҡлы металл ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеп төшкән. Һөҙөмтәлә газ торбаһы зыян күргән - ул оператив рәүештә һүндерелгән. Йортта йәшәүселәр хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Ярай ут сыҡмаған, үлеүселәр һәм зыян күреүселәр юҡ.

"ЧП" эҙемтәләрен бөтөрөүгә янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр йәлеп ителгән. Ваҡиға сәбәбе асыҡлана. 

Автор:Айбулат Ишназаров