Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 19:00

Рамаҙан айына нисек әҙерләнергә?

Рамаҙан айы башланыуға ла ваҡыт күп  ҡалманы. Уға  алдан әҙерләнә башлау изге айҙы еңел уҙғарырға ярҙам итә. Был уңайҙан бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Рамаҙан айына нисек әҙерләнергә?
Рамаҙан айына нисек әҙерләнергә?

Организмығыҙҙы ураҙаға әҙерләгеҙ.

Туҡланыу режимына иғтибарығыҙҙы бүлегеҙ. Ризыҡтарҙы һайлағанда яҡынлашып килеүсе ураҙаны хәтерҙә тотоп, эш итегеҙ, туҡлыҡлы, файҙалы ашамлыҡтар һайлағыҙ.

Физик әүҙемлегегеҙҙе арттырып, тәнегеҙҙе сыныҡтырығыҙ.

Өйөгөҙҙө һәм ғаиләгеҙҙе Рамаҙан айына әҙерләгеҙ.

Изге айға өйөгөҙҙө йыйыштырып, матурлап инеү яҡшы булыр. Ғаиләгеҙ менән изге айҙы нисек үткәреү тураһында план ҡороғоҙ, бергәләшеп ғибәҙәт ҡылыуҙы, ял итеүҙе ойоштороғоҙ.

Ғибәҙәтегеҙҙе лә теүәл үтәгеҙ.

Көндәлек биш намаҙығыҙҙы ваҡытында уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеште нығытығыҙ.

Ҡөрьән уҡырға ваҡыт  бүлегеҙ.

Көн һайын Ҡөрьәндең бер нисә сүрәһен уҡырға ғәҙәтләнегеҙ.

Изге ғәмәлдәр күберәк ҡылығыҙ, көн һайын матур эштәр башҡарығыҙ.

Нәфел ураҙалар тотоп, организмығыҙҙы Рамаҙан айына әҙерләгеҙ.

Мәҫәлән, ғаилә менән дүшәмбе менән кесе йома көндәрендә ураҙа тоторға мөмкин. Шулай уҡ Шәғбан айында ураҙа тотоп, йәнде һәм тәнде Рамаҙанға әҙерләү ҙә бик мөһим. Дүшәмбе һәм кесе йома көндәрендә ураҙа тотоу пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһиссәләм сөннәте булып һанала.

Мәсетте йыйыштырыу эшендә лә әүҙем ҡатнашығыҙ, унда ойошторолған дәрестәрҙә дини ғилем дә алығыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас