Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль , 18:30

Ғәйбәт һөйләгән кешене Аллаһы Тәғәлә ғәфү итәме?

Күптәрегеҙҙе был һорау ҙа ҡыҙыҡһындыралыр.

Ғәйбәт һөйләгән кешене Аллаһы Тәғәлә ғәфү итәме?
Ғәйбәт һөйләгән кешене Аллаһы Тәғәлә ғәфү итәме?

Аллаһы Тәғәлә кеше менән кеше араһына инмәй. Әгәр ҙә гонаһыбыҙ Аллаһы Тәғәлә менән бәйле икән, ғәфү үтенеүҙе унан ғына һорау ҙа етә. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итмәһәң, ауыр ваҡытыңда уға таянмаһаң, ураҙаны йүнләп тотмаһаң, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү итеүен һорарға кәрәк.

Әгәр ҙә ҡылған ғәмәлең кешеләр менән бәйле булһа, уларҙан ғәфү итеүҙәрен һорағыҙ. Кешегә насарлыҡ эшләп, башыңды бәрә-бәрә намаҙ уҡып ҡына гонаһтан ҡотолоп булмай. Кемгә насарлығың тейгән, шуның менән араңды һәйбәтләргә кәрәк.

Кешеләрҙең күпселеге ғәйбәтте оло гонаһҡа һанамай. Әммә ғәйбәт һөйләүсе бәндәләрҙе ахирәттә хурлыҡ һәм аяныслы хәл көтә. Ғәйбәтте һөйләү хәрәм булған кеүек, тыңлау ҙа гонаһ, икеһе лә бер дәрәжәлә йөрөй. Ғәйбәт һөйләнеүенә шаһит булһағыҙ, быны туҡтатырға тырышырға кәрәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас