Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраля , 10:00

Рактан да яманыраҡ

Медиктар яман шештән дә ҡурҡынысыраҡ биш ауырыу булыуы хаҡында хәбәр итә.  Был сирҙәрҙе дауалау мөмкин түгел, ти улар.   

Рактан да яманыраҡРактан да яманыраҡ
Рактан да яманыраҡ

 

  1. «Һыйыр ҡотороуы» ауырыуы. Ул кешенең арҡа мейеһен дә, баш мейеһен дә зарарлай. Нервы бөтөмдәрен юҡҡа сығара, һөҙөмтәлә кеше бер нәмә лә һиҙмәй башлай.
  2. Йоҡоһоҙлоҡ. Кеше ете айҙан алып, өс йылға тиклем йоҡоһоҙлоҡтан интегә.  Һөҙөмтәлә пациенттың күҙенә юҡ-бар нәмә күренә башлай, унда көслө ҡурҡыу барлыҡҡа килә һәм  кеше әкренләп юҡҡа сыға.
  3. Ҡотороҡ ауырыуы. Зарарлы йәнлектән йоҡҡан ҡотороҡ ауырыуы ла бик хәүефле. Ике аҙнала кеше вакцинация үтмәһә, дауалауҙың файҙаһы булмаясаҡ, ауырыуҙы туҡтатыу мөмкин түгел.
  4. Марбург геморрагик биҙгәген дә  табиптар  иң ҡурҡыныс ауырыуҙар рәтенә индерә.  Ул кинәт температура күтәрелеү һәм  ҡорһаҡта ҡаты ауыртыу барлыҡҡа килеү  менән һыҙатлана.  Һөҙөмтәлә кеше токсик шоктан үлә.
  5. Фибродисплозия. Ул кешенең тарамыштарын, мускулдарын, һеңерҙәрен һөйәккә әйләндерә. 
  6. Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас