Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль , 13:15

Бөгөн — Нинель Юлтыеваға 100 йыл

ЮлайКәримовфотоһы

Бөгөн — Нинель Юлтыеваға 100 йыл
Бөгөн — Нинель Юлтыеваға 100 йыл

Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡыытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы.РСФСР-ҙың.

Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый ғәиләһендә тыуа. Ҡыҙы өсөн һирәк осрай торған исемде (кирегә әйләндерелгән «Ленин» һүҙе) атаһы уйлап таба.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор: Юлай Кәримов
Читайте нас