

«Владиславҡа 27 йәш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булды. МХО-ла ул тәүге көндәрҙән тиерлек ҡатнашты. Уның наградалар ҡағыҙын уҡып сыҡтым. Батыр кеше. Мәктәпте отличие менән тамамлаған. Рязань юғары десант училищеһына уҡырға ингән. Ошондай егеттәрҙең арабыҙҙан китеүе бик йәл. Күп эштәр башҡара алыр ине», – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ МХО-ла һәләк булған яугирҙәр сержант Фәрит Ғәбделбаянов, ефрейтор Руслан Юлдашев, рядовойҙар Сергей Медведев һәм Шамил Тимербаевтың ғаиләләренә Батырлыҡ ордендары тапшырыуҙары тураһында әйтте.