Медицина учреждениеһының баш табибы Ирина Карамова һөйләүенсә, поликлиника 28 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, көнөнә 450 кешене ҡабул итә ала. Бинала туғыҙ терапия участкаһы һәм көндөҙгө стационар урынлашҡан. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре булған пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн айырым инеү урыны һәм уңайлы көтөп тороу урыны булған яңы бокс булдырылған.
Ремонттан һуң кабинеттар һаны 44-тән 51-гә тиклем артҡан. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы дарыуҙар биреү пункты ойошторолған. 28 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарҙа уңайлы палаталар йыһазландырғандар, процедуралар өсөн яңы ултырғыстар ҡуйғандар. Медицина учреждениеһы биналары шулай уҡ хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн яраҡлаштырылған.
– Мәҫәлән, эндоскопия бүлеге дүрт заманса фиброгастродуоденоскопия һәм фиброколоноскопия кабинетын үҙ эсенә ала. Ремонттан һуң тикшеренеүҙәр һанын арттырырға һәм йыл һайын 3 меңдән ашыу процедура башҡарырға планлаштырабыҙ – тип билдәләне Ирина Карамова. – Поликлиникала заманса һанлы маммограф та ҡуйылған.
Медицина учреждениеһының айырым кабинеты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтөнлөклө медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Бында Радий Хәбиров Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән МХО ветераны Урал Әхмәров һәм хәрби госпиталдең операцион шәфҡәт туташы Ләйсән Рәхмәтуллина менән аралашты. Ул Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһына эшкә ҡайтырға ниәтләй.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ яңы дауалау физкультураһы залын һәм 50 кешегә иҫәпләнгән конференциялар залын ҡараны. Бында оператив кәңәшмәләр, алдынғы медицина үҙәктәре менән телекүперҙәр һәм шәкәр диабеты, артериаль гипертония, онкология, ревматология ауырыуҙары, склероз менән сирләгән пациенттар өсөн һаулыҡ мәктәптәре ойошторола. Билдәләп үтергә кәрәк: Өфөнөң Совет районы хакимиәте башланғысы менән өҫтәмә рәүештә поликлиникаға яҡын урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың фасадтарына һәм подъездарына косметик ремонт үткәрелгән, тротуарҙар һәм подъезд юлдары яңыртылған, урам яҡтыртыу монтажланған.
– Поликлиникала барыһын да яңырттыҡ – ҡыйыҡ, фасадтар, эргә-тирәләге биләмә, йыһаздарҙы, шулай уҡ яңы ҡорамалдар ҡуйылды, – тине журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров. – Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыуға йыл һайын 1,5 миллиард һум бүлеү тураһында килештек. Был беҙҙең республика программаһы, ә райондарҙаа федераль программа сиктәрендә яңы поликлиникалар төҙөүҙе дауам итәбеҙ.