

Бәраәт кисендә мәрхүмдәрҙең гонаһтарын кисереүҙе ялбарып доғалар уҡыла, мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы, мосолмандар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Был кисте ғибәҙәттә, Ҡөрьән уҡып, намаҙҙар уҡып үткәрергә кәрәк.
Бәраәт кисе – гонаһтарҙан ҡотолоу, бәхет һәм именлек кисе. Төрлө уңыштар, изгелектәр бирелә торған көн һанала. «Был мәлдә Аллаһ Тәғәлә ҡояш ҡалҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар. «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем», – тиер. «Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр», – тигән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм.
Был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла. Кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммәбеҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.
Иң мөһиме – Бәрәәт кисендә барлыҡ тормошоңдо күҙ алдынан үткәреү. Һәр кеше үҙенең Раббыһы Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына ҡайтасағын иҫендә тоторға тейеш. Был кисте бушҡа уҙғарған кеше бик ҙур изгелектәрҙән мәхрүм ҡала.
Бәрәәт кисендә өс тапҡыр "Йәсин" сүрәһен уҡып сығыу ҙа бик сауаплы.
Уны уҡыр алдынан ошондай ниәттәр әйтелә.
Беренсе тапҡыр уҡыр алдынан: "Раббым, донъяла бәхетле булыу өсөн "Йәсин" уҡымаҡҡа ниәт ҡылдым. Унан «Йәсин», «Бәраәт» доғаһы уҡыла.
Икенсе тапҡыр «Йәсин» уҡыр алдынан: «Раббым, оҙон ғибәҙәтле ғүмер насип итһен өсөн "Йәсин" уҡымаҡҡа ниәт ҡылдым», – тиелә. Шунан «Йәсин», «Бәраәт» доғаһы уҡыла.
Өсөнсө тапҡыр: «Раббым, минең ғаиләмде һәм яҡындарымды бөтөн насарлыҡтарҙан һаҡла һәм ризыҡтарыбыҙҙы мул итер өсөн "Йәсин" уҡымакҡа ниәт ҡылдым, – тиелә. Унан «Йәсин», «Бәраәт» доғаһы уҡыла.
"Бәраәт" доғаһы
"Әй Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң , уны һөртөп юҡ ит һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙ. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит. Ысынлыҡта һин Ҡөръән -кәримеңдә: “Аллаһ Тәғәлә нәмәне теләһә, ләүһул мәхфуздән шуны һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә ҡалдырыр, һөртөлмәҫлек итер", - тип әйтәһең.