«Аллаһтан башҡа илаһ юҡ! Ул тере, мәңге йәшәй. Ут йоҡомһорауҙы ла, йоҡлауҙы ла белмәй. Күк менән Ерҙәге бөтә нәмә — Уныҡы. Кем Аллаһ ҡаршыһында яҡлаша ала? Уның Үҙ рөхсәтенән башҡа бер кем яҡлаша алмай. Хәҙерге кешеләрҙән әүәле ни булғанын да, уларҙан һун ни булырын да Аллаһ белә. Аллаһ белгәнде һис кем тотош белә алмаҫ, Ул теләгән хәтле генә белер. Уның тәхете Күкте лә, Ерҙе лә биләй. Шуларҙы һаҡлау Уға һис тә ауыр түгел. Ул олуғ һәм бөйөк!»
Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға
«Бисмилләһи тәүәккәлтү ғәләл-лаһи үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә иллә билләһ».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәләнең исеме менән бөтә ғәмәлдәремде Уға тапшырҙым һәм тәүәккәлләнем. Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһтан ғына».
Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға
«Аллаһүммә иләйкә тәүәжжәһтү үә бикәғтә самтү. Аллаһүммә әкфини мә әһәммәни үә мә лә әһтәммү ләһү. Аллаһүммә зәүүиднит-тәҡүә үәғфир ли ҙәнби үә үәжжиһни лилхайри әйнә мә тәүәжжәһтү».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һиңә йүнәлдем. Һиңә һыйындым. Эй, Раббым, шикле һәм шикһеҙ нәмәләрҙән миңә таяныс бул. Эй, Раббым, тәҡүәлекте миңә бир. Гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, мине һәр ваҡыт хәйерле эштәргә йүнәлт, эй, Раббым».
Күңел төшкәндә уҡыла торған доға
«Хәсбүнәл-лаһу үә ниғмәл-үәкилү ғәләл-лаһи тәүәккәлнә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә – беҙгә иман биреүсе һәм тура юл күрһәтеүсе зат. Тәүәккәллек итеп, беҙ үҙебеҙҙе уға ғына тапшырабыҙ».
Мәсеткә ингәндә уҡыла торған доға
«Аллаһүммәф-тәх лии әбүәәбә рахмәтик».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Миңә рәхмәт ишектәреңде ас».
Рамаҙан айында ураҙа тотоу өсөн ниәт доғаһы
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашағандан һуң фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошолай ниәт ҡылына:
«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдәән. Минәл-фәжри иләл-мәғриб. Хаалисан лил-ләәһи Тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем».
Рамаҙан айында ифтарҙа ауыҙ асҡандан һуң ошо доға уҡыла
«Бисмилләһир-рахмәнир рахим! Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикәә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғ-фирлии йәә ғаффәәру мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә ҡылған гонаһтарымды ла, ҡылыу ихтималлығы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!
Зыяратҡа ингәндә уҡыла торған доға
«Әс-сәләмү ғәләйкүм йә әһләл-ҡубур. Йәғфирул-лаһү ләнәә үә ләкүм. Әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил-әҫәр».
Мәғәнәһе: «Сәләм һеҙгә әй, ҡәбер халҡы. Аллаһ беҙгә лә, һеҙгә лә мәғрифәт итһен. Һеҙ элек китеүселәрҙән, беҙ һеҙҙең артығыҙҙан киләсәкбеҙ».
Башҡа яман уйҙар килгәндә уҡыла торған доға
«Әғүҙү билләһи минәш-шәйтани әмәнтү билләһи үә русүлиһ».
Мәғәнәһе: «Минең уйҙарымды Аллаһы Тәғәләгә һәм уның рәсүленә булған иман менән һуғар. Шайтандан Аллаһҡа һыйынам».
Ашап бөткәндән һуң уҡыла торған доға
«Әлхәмдү лилләһил-ләҙи әтғәмәнә үә сәҡанә үә жәғәләнә минәл-мүслимин. Үәл-хәмдү лилләһи үә бәракәтүһү ғәлә сахибит-тағәми үәл-әкилин. Аллаһүммәж-ғөл ниғмәтәнә дәимән үә динәнә ҡаимән үә әүләдәнә ғәлимән салихән үә лә түсаллит ғәләйнә ҙалимә. Аллаһүммә зид ниғмәтән кәҫиратән бихүрмәти сирри сүратил-фәтихәһ».
Мәғәнәһе: «Беҙҙе туйҙырған, эсергән һәм беҙҙе мосолман иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау булһын. Аллаһҡа маҡтау, был аш хужаһына һәм ашаусыларға Аллаһтың бәрәкәттәре булһын. Эй, Аллаһы Тәғәлә! Беҙҙең ниғмәттәребеҙҙе дауамлы, динебеҙҙе таяныслы, балаларыбыҙҙы изгелекле ҡыл. Беҙҙең өҫтөбөҙгә бер ниндәй ҙә залим ебәрмә. Эй, Раббым! «Фатиха» сүрәһенең сере хөрмәтенә беҙгә биргән ниғмәттәреңде тағын да арттыр».
Бурыстан ҡотолоу өсөн доға
«Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк».
Мәғәнәһе: «Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла».
Кешенең үлгәнен ишеткәс уҡыла торған доға
«Иннәә лилләәһи үә иннә иләйһи раажиғун».
Мәғәнәһе: «Беҙ һәр беребеҙ Аллаһы Тәғәләнеке үә бөтәбеҙ ҙә Аллаһы Тәғәлә хозурына әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ».
Йөклө ҡатын уҡый торған доға
«Аллаһүммә әғтинә сиххәтән үә ғәәфийәтән үә әүләдән саалихән үә ризҡан үәә сиғән үә дүғәән мәҡбүлән».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир. Хәйерле балалар бүләк ит, мул ризыҡ бир, доғамды ҡабул ит!»
Ауырлыҡтан, ауырыуҙан ҡотолоу өсөн
Түнжинә (мунжиә) салауаты:
«Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд. Саләәтән түнжиинәә биһәә мин джәмииғиль-әһүәәли үәл-әәфәәт. Вә тәҡды ләнәә биһәә джәмиғәль-хәәжәәти үә түтаһһирунәә биһәә мин джәмииғис-сәййиәәт. Үә тәрфәғүнәә биһәә әғләд-дәражәәти үә түбәллиғунәә биһәә әҡсаль-ғаайәәти мин джәмииғиль-хайраати фил-хәйәәти үә бәғдәл-мәмәәт».
Мәғәнәһе: «Аллаһым! Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға икһеҙ-сикһеҙ салауат һәм сәләм булһын. Аллаһымбеҙҙе һәр төрлө бәлә-ҡазанан ҡотҡар, бөтә ихтыяжыбыҙҙы бөтөрөп, беҙҙе гонаһтарҙан һәм насарлыҡтарҙан таҙарт! Беҙҙе юғары дәрәжә һәм урындарға күтәр! Аллаһым! Был салауаттар һәм был сәләмдәр хөрмәтенә был донъяла ла һәм үлгәндән һуң да уңыштарға ирешәйек».
«Нәриә» салауаты
Кем уны әйтә, теләгәненә ирешә ала, йөрәген тынысһыҙлыҡтан, күңелһеҙлектән һаҡлай. «Нәриә» салауатын ҡаты ауырыған кеше өсөн әйтһәң, сирленең хәле еңеләйер. Был салауат бәйғәмбәребеҙгә яҡынлашыу өсөн иң тәьҫирле, иң көслөһө булып һанала.
«Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән, ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-ләҙии тәнхәллү биһил-ғуҡадү үә тәнфәриджү биһил күрабү үә түҡдаа биһил-хаүәәиджү үә түнәәлү биһир-рағааибү үә хүснүл-хаүәәтими үә йүстәсҡал-ғәмәәмү биүәджһиһил-кәриим үә ғәләә әәлиһии үә сахбиһии фии күлли ләмхатин үә нәфәсин биғәдәди күлли мәғлүүмилләк».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһым! Уның үҙе хөрмәтенә сихырланған төйөндәр сиселгән, ҡайғы-хәсрәттәр киткән, ихтыяжһыҙ үә теләктәргә матурлыҡ үә гүзәллектәргә киң юлдар асылған, икһеҙ-сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, абруйы хөрмәтенә болоттар илаған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә, уның затына һәм сәхәбәләренә донъялағы һәр ҡарашта һәм һәр һулышта камил мәрхәмәт һәм тулы сәләмәтлек бүләк итсе!»
Рамаҙан айында тәрәүих намаҙын уҡығанда
Беренсе 10 көндә ошо зекерҙәр уҡыла:
«Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғиззәти үәл-ғаҙамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил-хәййил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡүддүүсүн Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр».
Икенсе 10 көндә ошолар уҡыла:
«Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғиззәти үәл-ғаҙамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәләәли, үәл-джәмәәли, үәл-кәмәәли, үәл-джәбәрүүт. Сүбхәәнәл-мәликил мәғбүүд. Сүбхәәнәл мәликил мәҡсууд. Сүбхәәнәл мәликил мәсджүүд. Субхәәнәл мәликил хәйилләҙи ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллаһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр».
Өсөнсө 10 көндә ошо зекерҙәр уҡыла:
«Сүбхәәнәл-мәликил-хәннәәнил-мәннәән. Сүбхәәнәл-мәликид-дәййәан. Әлмәғрууфи бил-ғуфраан. Әлмәүсууфи бил-ихсан. Әл-үәдәәғ, әл-үәдәәғ, йәә шәһрә Рамадаан. Әлфирааҡ, әлфирааҡ, йәә шәһрәт-тарааүиихи үә хатмил-Ҡуръәән. Ләә иләәһә илләл-лааһу нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр».
Көн дә әйтеү өсөн зекерҙәр
Мәғәнәһе: «Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак».
Мәғәнәһе: «Барлыҡ маҡтау – шөкөр Аллаһҡа».
Мәғәнәһе: «Аллаһ барыһынан да бөйөк».
Мәғәнәһе: «Аллаһ– бөйөк һәм бөтә маҡтауҙар Уға ғына, Аллаһ – бөйөк һәм ҡөҙрәт эйәһе».
Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа көс-ҡеүәт эйәһе юҡ».
Мәғәнәһе: «Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә донъяла һәм ахирәттә яҡшылыҡ бир, беҙҙе йәһәннәм ғазабынан һаҡла. Әмин».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә теләгән һәр бер нәмә булыр. Аллаһы Тәғәлә теләмәгән нәмә һис булмаҫ».
Мәғәнәһе: «Аллаһтың ғәфү итеүен һорайым һәм уға тәүбә ҡылам»