✅«Эй, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм хаҡ һүҙ һөйләгеҙ! Ул һеҙҙең эштәрегеҙҙе яйға һалыр, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Кем дә кем Аллаһҡа һәм Уның илсеһенә итәғәт итә, шул бөйөк уңышҡа өлгәшер!» («Фирҡәләр» сүрәһе, 70-71 аяттар). ✅«Мине иҫкә алығыҙ һәм Мин һеҙҙе иҫтә тотормын. Миңә рәхмәтле булығыҙ һәм ҡәҙерҙе белмәүселәрҙән булмағыҙ» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 152 аят). ✅«...Аллаһты күпләтә иҫкә алыусы ирҙәр һәм ҡатындар өсөн Аллаһ ғәфү итеүен һәм бөйөк сауабын әҙерләгән» («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 35 аят).
Һәр беребеҙгә изге уй-ниәттә генә булып, Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын. Ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Раббыбыҙ изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, әжер-сауаптарын насип итһен. Һәр беребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, хәйерле, бәрәкәтле, иманлы ғүмер, ике донъя бәхете бирһен. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ 🤲.