Муниципаль һәм төбәк үҫеш үҙәге директоры Валерия Чуженкова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында Тубыл ҡалаһы еңеүсе булған.
— Башҡортостан, топ-10 араһына инәсәкһегеҙ, ҡатнашығыҙ! — тип саҡырҙы Валерия Александровна.
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова брендлау тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Райондың логотибы тәбиғәт, йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ һәм халыҡтар дуҫлығын сағылдыра. Улар бренд булып тора.
— Дөрөҫ күрһәтелгән өҫтөнлөк урындағы халыҡты дәртләндерә, йәштәрҙең ситкә китеүен кәметә һәм әүҙемлекте арттыра. Ул шулай уҡ районға башҡаларҙың иғтибарын йүнәлтә. Әгәр барыһы ла танып торһон тиһәгеҙ, туризм, сәнғәт һәм мәҙәни мираҫты әүҙемләштерергә кәрәк, — тип белдерҙе Гүзәл Насырова.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026
#Республика_Башкортостан_Уфа
#ВАРМСУ