Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар , 04:16

Башҡортостан - башҡа төбәктәр өсөн өлгө

Алексей Жарич: «Муниципаль форумдың һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ».

Башҡортостан - башҡа төбәктәр  өсөн өлгөБашҡортостан - башҡа төбәктәр  өсөн өлгө
Башҡортостан - башҡа төбәктәр өсөн өлгө

 «Кесе Ватан - Рәсәй көсө» III бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнашҡан Рәсәй Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Алексей Жарич:

- Башҡортостан иҡтисадта, социаль өлкәлә, мәҙәниәттә, спортта башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора.

 Бөтә Рәсәй муниципалитет башлыҡтары Башҡортостандағы коллегаларынан бик күп нәмәгә өйрәнер, тип уйлайым. Беҙҙе бында инвесторҙар менән эштең нисек ойошторолоуы менән таныштырҙылар.  Бизнес-шәрифтәр институты булдырылып, муниципалитет башлыҡтары «Инвестиция сәғәте»н уҙғара икән. Ошондай практикалар булыуы барыһы өсөн дә өлгө булып тора. Күптәр өсөн был асыш булды, — тип билдәләне.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас