Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар , 14:45

МХО биләмәһендә БПЛА операторҙары юғары класлы белгестәргә әйләнде

Республика Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов билдәләүенсә, Башҡортостан яугирҙары фронтта ғәйәт ҙур тәжрибә туплаған һәм буласаҡ хәрби иптәштәре менән уны бүлешергә әҙер.

МХО биләмәһендә БПЛА операторҙары юғары класлы белгестәргә әйләнде
МХО биләмәһендә БПЛА операторҙары юғары класлы белгестәргә әйләнде

Башҡортостан махсус хәрби операция башланғандан һәм исемле батальондар ойошторолғандан алып подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итә. 2022 йылда хәрби тәғәйенләнештәге яңы ҡорамалдарҙа эшләү буйынса белгестәр етешмәне. Хәрбиҙәр  дрондарҙы үҙ-аллы өйрәнә ине. Хәҙер улар юғары класлы белгестәр булып китте һәм яңы килеүсе яугирҙарға үҙ тәжрибәһе менән бүлешергә әҙерҙәр.

БПЛА операторҙары алыҫтан эшләй.  Дрон менән идара итеү пультынан хәрби тоташыу һыҙығына тиклем бер нисә тиҫтә саҡырым, был дрон йөрөтөүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте һиҙелерлек кәметә.  Коптерҙар махсус хәрби операция биләмәһендә дошмандың урындарын һәм позицияларын разведкалай, кәрәк булғанда һөжүм итә һәм хатта та йөк ташый. Әммә улар менән идара итеү өсөн һәйбәт итеп күреү, аналитик фекерләү һәм етеҙ бармаҡтар кәрәк.

Алик Камалетдинов һүҙҙәренсә, БПЛА ғәскәрҙәренә һайлап алғанда йәштәргә өҫтөнлөк биреләсәк.

– Беҙ, мәҫәлән, компьютерҙы ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр 25 йәштә генә  күрҙек. Ә хәҙерге йәштәр балалар баҡсаһынан тиерлек гаджеттар ҡуллана белә. Йәштәр төрлө уйындар барышында реакция, аналитик фекерләү, күҙәтеү һәләтен үҫтерә. Тимәк, улар әҙерлеклерәк.

Билдәләп үтергә кәрәк, республика беҙҙең подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу саралары менән тәьмин итеүен дауам итә. Бынан тыш, төбәктә махсус операция үткәреү зонаһынан беҙҙең  БПЛА операторҙары уҡырға килгән әҙерлек үҙәктәре булдырылған. Шулай уҡ БПЛА етештереү яйға һалына. Белгестәр фронттан килә, уларҙы камиллаштыра, трофей техникаһын алып килә, — тине Алик Камалетдинов.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас