Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 30 педагог ҡатнашҡан бәйгелә Гөлнас Фәйез ҡыҙы мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресен бик уңышлы үткәрҙе, шулай уҡ башҡорт милли кейемен күрһәтте.
Конкурстың бөтә этап йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ тәрбиәсеһе иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде. Ул башҡорт телен уҡытыуға индергән өлөшө өсөн Рәсәй фәндәр академияһының тел ғилеме институтынан еңеүсе дипломы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Гөлнас Фәиз ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: Т. АМАНОВ.