Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января , 10:34

Форумда – яугир-ветерандар

«Кесе Ватан – Рәсәй көсө» III Бөтә Рәсәй форумында муниципаль идара итеү өлкәһендәге 500-гә яҡын эксперт ҡатнаша. Улар араһында махсус хәрби операция ветераны Фәдис Сәғитов та бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Форумда – яугир-ветерандарФорумда – яугир-ветерандар
Форумда – яугир-ветерандар

Ул, 2024 йылдың көҙөндә яраланып өйөнә ҡайтҡас, яҡташтарының тәҡдиме менән Башҡортостандың Йылайыр районы Урҡаҫ ауыл советы хакимиәтен етәкләй башлай.

– Бындай форумдарҙа ҡатнашыу үҙ муниципалитетыңды үҫтереү өсөн байтаҡ мөмкинлек аса. Мин туризмға арналған секцияға яҙылдым. Туплаған белемемде район мәнфәғәте файҙаһына ҡулланасаҡмын, – тигән фекерҙә ул. 

Фото: асыҡ сығанаҡтан. 

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026, #Республика_Башкортостан_Уфа

#ВАРМСУ

 

Автор:Римма Аҡманова