Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар , 13:28

«Мәғариф өлкәһендә ҡыуаныслы яңылыҡтар көтәбеҙ!»

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, 18-се башҡорт балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Әлиә Риза ҡыҙы Ишдәүләтова БР Башлығы Радий Хәбировтың  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға  Мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе.

«Мәғариф өлкәһендә ҡыуаныслы яңылыҡтар көтәбеҙ!»
«Мәғариф өлкәһендә ҡыуаныслы яңылыҡтар көтәбеҙ!»

– Былтыр БР Башлығы  Радий Хәбировтың республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығышын тыңлау ҡыуаныслы ла, тулҡынландырғыс та булғайны. Төрлө өлкәләрҙә  йыл барышында булған яҡшы һөҙөмтәләрҙе барыбыҙ ҙа ҙур ғорурлыҡ менән тыңланыҡ. Башҡортостан халҡының тырышлығы, берҙәмлеге, эштәре емеше ул!

Мин үҙем, йәш белгес, тәрбиәсе булараҡ, Радий Фәрит улының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш белгестәр өсөн Гранттар һанын арттырыуына  ҡыуандым. Сөнки йәш кадрҙар өсөн төрлө яҡлап ярҙам саралары күрһәтеү мөһим. Уҡытыусылар һаулығын нығытһын өсөн шифаханаларға сертификаттар биреләсәген ишетеп, айырыуса шатланғайныҡ. Быйылдан уларға сертификаттар тапшырыла башланы. Быларҙың барыһы ла педагогтар өсөн кәрәкле, әһәмиәтле. Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт!

Былтыр үҙем  Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт» конкурсында еңеп, үҙемде бик бәхетле итеп тойғайным. Ул минең генә түгел, бөтә республикабыҙҙың – халҡыбыҙҙың еңеүе булды.

30 ғинуарҙа уҙасаҡ быйылғы Мөрәжәғәтнамәнән дә мәғариф өлкәһендә йәш белгестәр, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар өсөн ҡыуаныслы яңылыҡтар көтәбеҙ, – тине Әлиә Риза ҡыҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,30 ғинуарҙа  БР Башлығы Радий Хәбиров  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына-Ҡоролтайға  Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас