Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 16:20

Өлкәндәр ҙә яугирҙарҙы ярҙамынан ташламай

Межгорье ҡалаһындағы ирекмәндәр араһында өлкән йәштәге инәйҙәр ҙә бар. Улар һаҡселтәрен дә үрә, гуманитар ярҙам да йыйып ебәрә.

Өлкәндәр ҙә яугирҙарҙы ярҙамынан ташламай
Өлкәндәр ҙә яугирҙарҙы ярҙамынан ташламай

Наталья Лопаткина 2023 йылда һаҡселтәр үреү цехына килеп, техниканы үҙләштергән. Әле ул ысын оҫтаға әйләнгән, ҡатмарлыларын да үрә.

Ирекмәндәр штабында эштең бер ҙә туҡтағаны юҡ. Наталья Анатольевнаға ире Павел да ярҙам итә. Ул костюмдарға таҫмалар әҙерләй, материалдар алып килергә ярҙам итә.

Ҡатын үҙе яугирҙарға башлыҡтар ҙа бәйләй, үлән сәйҙәре лә әҙерләй. Ул һаҡселтәр үреү оҫталығын башҡаларға ла өйрәтә. Штабҡа килеүсе балаларҙы ла бик ихлас ҡаршылай.

Наталья Лопаткинаның улы - хәрби кеше, шуға һаҡселтәрҙәге һәр бер төйөн улының һәм ундағы яугирҙарҙың хәүефһеҙлегенә өлөш икәнен яҡшы аңлай.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас