Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 17:10

Күстәнәс

Учалының уңғандары яугирҙарға күстәнәс ебәргән.

Күстәнәс
Күстәнәс

Ҡаланың Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә уҡытҡан һәм шунда уҡып йөрөгән апайҙар яугирҙарға һәр даим ярҙам ебәреп тора.

Яңыраҡ улар мәсеттә күмәкләшеп сәк-сәк бешергән. Араларында хажиәләре лә булған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө шулай изге эштәр башҡара. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, бешеренергә лә өлгөрәләр икән. Үҙҙәре дуҫ, татыу, әүҙем!

Һуғыш ғәрәсәте тиҙерәк туҡтаһын, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын тигән доға-теләктә бешерелгән ризыҡ яуҙағыларға оҙатылған.

Илгә тыныслыҡ ҡайтһын, именлек урынлашһын!

Фото: шәхси архивтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас