Уға ни бары 36 йәш кенә ине. Икенсе балаһын тапҡандан һуң реанимацияға эләгеп мәрхүм була. Беҙ яратҡан йырсыһыҙ ҡалһаҡ, ире Илгиз ҡатынһыҙ, ике балаһы - Кәрим менән Кәмилә әсәйһеҙ етем ҡалды.
Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет районының Ботай ауылында донъяға килә. Салауат Низаметдитдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хор бүлеген тамамлай.
1999 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәи институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Октябрь айында йырсы Айҙар Ғәлимов төркөмө менән бэквокал башҡарыусыһы булып гастролгә китә.
Татар телендә башҡарған «Тыуған яҡ» хиты буйынса киң билдәле, был йыр Башҡортостанда ғына ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара билдәлелек яуланы. Йырҙың күп өлөшөндә тик Вәсиләнең тауышы һәм һуҡма музыка ҡоралдары яңғырай, был уның йырын, татар эстрадаһының һәр ваҡыт тиерлек баян тауышы яңғыраған төп ]йырҙарынан айырып тора. Был йыр «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестиваленең «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшы тип таныла, шулай уҡ 2008 йылда йыл һайын үткәрелгән «Татар йыры» халыҡ-ара татар йыры фестивалендә «10-йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат булды. Башҡорт телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың «Башҡорт йыры» телевизион конкурсында ҡатнашты.
Башҡа билдәле йырҙары — «Әйтелмәгән мөхәббәтем», «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Алмағас сәскәһе», «Шахтер йыры».
2016 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә, икенсе балаһы (ҡыҙы) тыуғандан һуң өҙлөгөү арҡаһында вафат була. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта «Дан аллеяһында» ерләнгән.
Фото: Т. АМАНОВ.