Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар , 18:00

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды

Бөгөн, 26 ғинуарҙа, Затон биҫтәһенең 163-сө белем биреү үҙәге тәүге уҡыусыларын ҡабул итте.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды
Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды

Тәүге тапҡыр партаға 580 уҡыусы ултырҙы, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Рөстәм Ғәзизов. Тиҙҙән мәктәп тулыһынса тултырыласаҡ, 46-сы лицейҙа капиталь ремонт үткәрелеү сәбәпле, уның бөтә уҡыусылары ла яңы мәктәптә уҡыясаҡ, тип билдәләне ул.

Белем биреү учреждениеһы үҙенең киңлеге менән һоҡландыра. Заманса 4 ҡатлы бина өс корпустан, 59 йыһазландырылған уҡыу кабинетынан, спорт һәм тамаша залдарынан, 495 урынлыҡ аҙыҡ-түлек блогынан, уҡыу залы менән китапхананан, музейҙан, конференц-залдан, медицина блогынан тора. Уҡыу кабинеттарында заманса йыһаздар ҡуйылған. Химия һәм физика кластарына айырыуса иғтибар бүленә, улар махсус лаборатория өҫтәлдәре менән йыһазландырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 163-сө белем биреү үҙәген 2022 йылда төҙөй башлағайнылар. Ул  – күптән көтөп алынған мәктәп, бында  халыҡ һаны арта бара.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас