

1970 йылда һалынған был бинаны яңыртыу проектын Аэропорт финанслар тип күҙаллана. Был эшкә вице-премьер Рөстәм Ғәзизов етәкселек итәсәк.
- Был йорт Өфөнөң йөрәгендә урынлашҡан. Асыҡ конкурс иғлан итһәк, яҡшы булыр. Ул барыһын да үҙенә йәлеп итеп торор ине. Эстән дә, тыштан да ремонт яһар кәрәк, – тигән фекерҙә Башҡортостан Башлығы.
Ул шулай уҡ бинаның эсендә асыҡ музей йә галерея кәрәклеген әйтте.
–Был тарихи ваҡиға. Һеҙ 55 йыл эсендә Актерҙар йортона килгән тәүге етәксе. Театралдар өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә, - тип билдәләне Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы рәйесе, БР халыҡ артисы Алмас Әмиров.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.