Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар , 15:00

Тубыҡланып иҙән йыуаһығыҙмы?

 Тубыҡланып иҙән йыуыу бик файҙалы ла икән. Баҡһаң, унда эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе нөктәләр урынлашҡан.

Тубыҡланып иҙән йыуаһығыҙмы?
Тубыҡланып иҙән йыуаһығыҙмы?

Тубыҡланып иҙән йыуыу кардиокүнекмәгә тиң, сәғәтенә яҡынса 240 калорияны яндыра һәм ҡорһаҡ, арҡа һәм елкә мускулдарын нығыта. Тубыҡланып йөрөүҙе Ҡытай медицинаһы бик күп ауырыуҙан дауалау ысулы тип иҫәпләй. Етмәһә, физик күнекмәләргә ҡарағанда ла яҡшыраҡ тәҫьир итә. Тубыҡланып йөрөү бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары өсөн дә бик файҙалы. Аяғығыҙ ныҡ ауырта икән, тубығығыҙ менән йомшаҡ диванда йөрөй алаһығыҙ. Ә тубығығыҙ ауыртыу менән интекмәһәгеҙ, тубыҡланып иҙән йыуыу күнекмә кеүек буласаҡ. Һау сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!  

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас