Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Января , 07:30

Ҡыҙыҡлы тренд

Яңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы тренд таралды. Ҡар өҫтөндәге туңдырманы эшләп ҡаранығыҙмы әле? Был тәжрибәне эшләү ҡыйын түгел.

Ҡыҙыҡлы трендҠыҙыҡлы тренд
Ҡыҙыҡлы тренд

Ингредиенттар:  

33%-лы һөт өҫтө,  

бер ҡап ҡуйыртылған һөт/шәкәр пудраһы,  кондитер һипкестәре (теләк буйынса),

шоколад онтағы.

Шулай уҡ тимер һауыт йә кәстрүл, болғағыс һәм тоҙ (туңдырма тиҙерәк ҡуйырһын өсөн) кәрәк буласаҡ.

Туңдырманы эшләр өсөн:

1. Тимер һауытты ҡарға ултыртып, соҡор эшләп алырға.

2. Һауытты урынынан алып, соҡорға тоҙ һибергә лә кире ҡарға ҡуйырға.

3. Һауытҡа һөт өҫтө, ҡуйыртылған һөт ҡойорға.

4. Ошо массаһы ҡуйырғансы болғап торорға. 5. Тыштағы температураға ҡарап, 15-20 минуттан йомшаҡ ҡына ваниль туңдырма килеп сығасаҡ.

6. Стаканға/вафляға һалырға йә ҡалаҡлап ашарға була.

Теләһәгеҙ, өҫтөн шоколад онтағы, төрлө кондитер һипкестәре менән биҙәргә лә мөмкин .

Туңдырмағыҙ тәмле булһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас