23 ғинуарҙа Ишбулды ауыл мәҙәниәт йортонда билдәле йырсылар ҡатнашлығында концерт ҡуйыла. Тамашаны һеҙ яратҡан “Теге өсәү” алып бара. "Юлдаш" булған ерҙә йыр-моң, уйын-көлкө, дәрт һәм, әлбиттә, бүләктәр була. Концерт 19:00 сәғәттә башлана.
24 ғинуар 10:00 сәғәттә “Юлдаш”тар менән Әбйәлилдәр араһында хоккей уйындары көтөлә. Турнир МХО яугирҙары иҫтәлегенә бағышлана. Батыр егеттәрҙең исемдәре һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә, уларҙың даны - мәңгелек.
Әйтеп үтергә кәрәк, Әбйәлил районы Ишбулды ауылы үткән йыл радиобыҙ ойошторған “Атайсалға изге эштәр” конкурсында ҡатнашып, тәүге урынға сыҡты. Улар ауыл халҡы көсө менән хоккей майҙансығы төҙөүе хаҡында хәбәр итте. Яңыраҡ иһә әүҙем халыҡ стела эшләп ҡуйған. Ғүмер буйы Ишбулдыла йәшәгән урындағы халыҡ ҡына түгел, яҙмыш ҡушыуы буйынса ситкә таралған ошо ауылдан сыҡҡан һәр кем йәнтөйәге – кесе Ватаны өсөн йән атып тора.
“Юлдаш” радиоһы ойошторған конкурстар халыҡты берләштерә. Быға тиклем Йылайыр районы Юлдыбай, Өфө районы Шамонин һәм Белорет районы Манышты ауылы халҡы менән ошо проект еңеүселәре булараҡ осрашҡан инек.
Күркәм эштәр дауам итә, ихлас, берҙәм тыңлаусыларыбыҙ атайсалын изге эштәр менән биҙәй. Ишбулдылар төҙөгән хоккей майҙансығы ла бер ваҡытта буш тормай, сәмле ярыштар даими ойошторола. Тап беҙ килгән көнгә МХО яугирҙары иҫтәлегенә хоккей турниры үтә. “Юлдаш” радиоһы командаһы ла ярышта ҡатнаша. Көйәрмәндәр һәм тамашасылар өсөн мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы уйын көтөлә. Осрашҡанға тиклем!