Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января , 06:30

Ирекмәндәр күҙе күрмәгән яугирҙарға ярҙам иткән

Мәскәүҙән Өфөгә дауаланырға килгән «Безпалый» менән «Айсберг» ҡушаматлы яугирҙар ауыр яраланғандан һуң күреү һәләтен юғалтҡан, ә берәүһе ҡулһыҙ ҡалған.

Ирекмәндәр күҙе күрмәгән яугирҙарға ярҙам иткәнИрекмәндәр күҙе күрмәгән яугирҙарға ярҙам иткән
Ирекмәндәр күҙе күрмәгән яугирҙарға ярҙам иткән

Улар баш ҡалабыҙҙағы  Мулдашев клиникаһына килә. Таныш түгел ҡалала уларҙы көтөп тороусы туғандары юҡ, шулай ҙа яугирҙар яңғыҙ ҡалмай. Күҙе күрмәгән яугирҙарға  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб  һәм «Йәш гвардия» ирекмәндәре ярҙамға килә.

Дүрт көн буйына Ғафури районы штабы ирекмәне Регина уларҙы хәстәрләп, клиникаға анализдарға, тикшереүҙәргә оҙатып йөрөтә, уларға ашарға ла әҙерләй. Өфөнөң Орджоникидзе районы штабы ирекмәне Рамазан, шулай уҡ йәш гвардиясылар Кирилл, Андрей, Софья һәм Рөстәм, Иван да ярҙамға  килә.

Ирекмәндәр яугирҙарҙы табиптарға ғына йөрөтмәй, йәшәргә фатир ҙа табып, ундағы өй эштәрен дә хәстәрләй. «Безпалый» ҡушаматлы яугир үҙен ышаныслыраҡ һәм үҙаллыраҡ тойор өсөн, Регина уның телефонына махсус ҡушымта — тауыш ярҙамсыһын ҡуя. Хәҙер яугир үҙе telegram менән ҡуллана һәм хәбәрҙәр ебәрә ала.

Ирекмәндәрҙең ярҙамы менән  «Безпалый» (Алексей)  менән «Айсберг» Геннадий клиникаға оҙатылған һәм квалификациялы ярҙам ала.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас