Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января , 08:00

Буранбай ИСҠУЖИН

ЮлайКәримовфотоһы

Буранбай ИСҠУЖИНБуранбай ИСҠУЖИН
Буранбай ИСҠУЖИН

ҺИНЕ ҺАҒЫНҒАНДА


Ҡыштарын көтмәйем һине, -
Ҡыш ҡабаланмайһыңдыр,
Көрттән ҡалын уйҙарыңдан
Йырыла алмайһыңдыр.

 

Яҙҙарға ышанысым юҡ ,-
Яҙ көнө уйнайһыңдыр,
Бер уйнап ҡалыр миҙгел, тип,
Үҙеңсә уйлайһыңдыр.

 

Йәйҙәрен йәшел аҡланда
Сәскәләр йыяһыңдыр,
Сәскә сағым үткән, тиеп,
Үҙеңде тыяһыңдыр.

 

Көҙ көнөндә кинәт кенә
Килергә уйлайһыңдыр,
Ә вокзалға еткәс, гелән
Поезға һуңлайһыңдыр...

 

...Беләм - бер ни уйламайһың,
Онотҡанһыңдыр инде.
Һин булып -
(күңел дарья бит!) -
Уйлап ҡарағым килде...

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас