Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января , 08:50

БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре

  Башҡортостанда йәшәүселәргә БПЛА ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеү хаҡында һөйләнеләр. Башбат.рф контракты буйынса саҡырыу тураһында сайт яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал БПЛА ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды. Бында Рәсәй Ҡораллы көстәренең төп подразделениелары составында Ватанды һаҡларға теләгәндәр хеҙмәт шарттары хаҡында белә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәреБПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре
БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре. Мәҫәлән, БПЛА операторҙарының  хәүефһеҙлек кимәле юғары. Уларҙың хеҙмәте хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫта бара. Оборона министрлығынан белдереүҙәренсә, контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби хеҙмәткәр эштән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙарға һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең оборона ведомствоһы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә  күсереп булмай тип яҙылған. БПЛА өлкәһендәге контрактсылар тулы социаль пакет ала. Уларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар академик отпуск алып, контракт төҙөргә, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайтырға хоҡуҡлы.

Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошмандың маҡсаттарына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса ҡаралған. Был һәм башҡа мөһим мәғлүмәтте БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122-се һан буйынса белә ала.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова