Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 15:16

Ҙур суммала аҡса бүленәсәк

Быйыл Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 25 миллиард һум аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Был хаҡта Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән республика хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр ителде.

Ҙур суммала аҡса бүленәсәк
Ҙур суммала аҡса бүленәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡтан ярҙам күрһәтеү бурысы төп урында торасаҡ.

«МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу, һөнәрен камиллаштырыу планға алынған, шулай уҡ уларға һәм ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәктәре селтәрен үҫтереүгә иғтибар артасаҡ», — тип белдерҙе Руслан Хәбибов.

Әлеге көндә республикала 27 шундай үҙәк эшләп килә.

Яңы ярҙам сараһы – яугирҙар менән, уларҙың килемен иҫәпкә алмайынса, эшҡыуарлыҡ буйынса социаль килешеү төҙөү, уларҙы эшкә урынлаштырғанда квота механизмы индереү.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Римма Аҡманова
Читайте нас